Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә Ишембай районында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Күләмле сара урындағы Ҡатын-ҡыҙҙар советы тәҡдиме менән Торатау итәгендә үтте. Үҫеп килгән быуында йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында уҙғарылған байрамға Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре саҡырылды.

Үҫмерҙәр милли уйындар, спорт ярыштарында ҡатнашып, күңелле ял итте. Балалар тәбиғәт ҡосағында тәмле бутғанан ауыҙ итеп, ҡарғаларға ла өлөш сығарҙы.

Гөлназ Хәйбуллина