«Визуал» оҫтаханала тәүге фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

 «Тыныслыҡ һәм һуғыш» тип аталған экспозицияға 30-ға яҡын фотоһүрәт ҡуйылған. Уларҙың геогрфияһы ла киң. Тәүгеләре Украина һәм Сүриәләге ҡораллы бәрелештәргә арналһа, икенселәре тыныс тормош, яҡты киләсәк һәм бәхетле минуттарҙы сағылдыра. Күргәҙмә 18 июнгә тиклем эшләй.

2013 йылда дуҫым менән Яҡын Көнсығыш илдәренә барҙыҡ. Унда күргән мөхиттән һуң донъяға ҡараш тулыһынса үҙгәрҙе. Мин үҙем өсөн беҙҙең тормош ныҡ нескә һәм тыныслыҡ өсөн көрәшеү кәрәк икәнлеген аңланым. Шуға күрә күргәҙмәгә ябай тормоштан алынған фотолар ҙа ҡуйылды.

Хәлит Сафин, фоторәссам

Әлфинә Килдейәрова