Бөгөн Таһир Кусимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында өсөнсө миҙгелдең тәүге уҙыштары үтте.
Үҙ көсөн Әбйәлил, Бишбүләк, Күгәрсен һәм Саҡмағош райондары һыбайлылары һынаны. Мауыҡтырғыс бәйге барышын БЮТ каналы ижади төркөмө күҙәтте.
Бәйгелә ҡатнашыусылар иң тәүҙә үҙ райондары хакимиәте Кубогы өсөн ярышты. Быйыл приз күләме 80 мең һумға тиклем арттырылған, шуға ла уҙыштар үҙенең көсөргәнешлеге менән айырылып торҙо. Саҡмағош районы вәкилдәре сараға 6 һыбайлыһын килтергән. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса Илмир Миңлекәев Ялҡын ҡушаматлы ат менән финиш һыҙығын беренсе үтте.
Ҡалған райондар бәйгеһендә лә уҙыштар ҡыҙыу барҙы. Атап әйткәндә, Бишбүләктән Элдар Ғәтиәтуллин, Әбйәлилдән Марсель Сафин һәм Күгәрсендән Динис Ҡорбанаев үҙ дистанцияларында еңеү яуланы.
«Терра Башҡортостан» турниры быйыл өсөнсөгә ойошторола. Ул йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү менән бер рәттән, башҡорт аттарын пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Шуға ла һайлап алыу турына башҡорт тоҡомло аттар ғына индерелә. Әммә бындай сикләүҙе бар төбәктәр ҙә ыңғай ҡабул итә алмай. Шуларҙың береһе – Тәтешле районы. Билдәһеҙ сәбәп менән тап ошо төбәк вәкилдәре Өфөләге ярышта ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
Ярыштың ял көнөнә тура килеүе көйәрмәндәрҙең күплегендә лә сағылмай ҡалманы. Пандемия осоронда халыҡ бындай бәйгеләрҙе һағынып өлгөргән.
Район еңеүселәре өсөн артабан финал ойоштроролдо. Әммә был юлы уларға аттарын алмаштырырға тура килде. Әйтәйек быға тиклем беренсе урын яулаған жокей һуңғы килгән ат менән сабышты. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса Күгәрсендән Азамат Йәрмөхәмәтов финишҡа беренсе килде. Был еңеү уға республика финалында ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе.
Ә инде икенсе, өсөнсө урындарҙы Әбйәлилдән Марсель Сафин менән Күгәрсендән Динис Ҡорбанаев бүлеште. Республика бәйгеһенең икенсе этабы иһә 5 июнгә тәғәйенләнгән. Был көндө Өфөгә Ишембай, Кушнаренко, Баймаҡ, Йәрмәкәй һәм Шаран районы вәкилдәре килә.
Илдар Байбулатов