Республикаға коронавирустан 390 мең данаға яҡын вакцина килтерелгән

Башҡортостанда өс төрлө прививка яһатырға була.  Киләһе айҙа 200 меңдән ашыу вакцина килеүе көтөлә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры правительства Максим Забелин белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороусылар 89-ға артҡан. “Хәүефле вирустан ҡотҡарыусы берҙән-бер сара – вакцина эшләтеү”, тине Башҡортостан Башлығы. Ковидҡа бәйле һорауҙар Ситуация үҙәгендә ҡабул ителә. Уның етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, йышыраҡ ПЦР-анализдар һәм вакцина яһатыу тураһында белешәләр. Үткән аҙнала 3 меңдән ашыу кеше белгестәрҙән кәңәш алған. “Республика менән идара итеү үҙәге асылғас, шылтыратыуҙар үҙәген шунда күсерергә кәрәк”, тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика менән идара итеү үҙәген киләһе айҙа асыу планлаштырыла.