Башҡорт дәүләт университетында йәш журналистар конкурсы тамамланды

Башҡорт дәүләт университетында бөгөн киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеүсе студенттар һәм мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған конкурс тамамланды.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты башланғысында беренсе тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан, республика район-ҡалаларынан тиҫтәләрсә заявка ҡабул ителгән. Уларҙың иң-иңдәре юғары уҡыу йортона саҡырылып билдәләнде. Йәш ижадсылар факультет педагогтары алдында сығыш яһаны. Ойоштороусылар мәктәп уҡыусыларының киң мәғлүмәт саралары менән ҡыҙыҡһыныуын, заманса фекер йөрөтөүҙәрен билдәләне.

Азат Ғәлиуллин