Бөгөн социаль селтәрҙә “Ирәмәл” тәбиғәт паркында янғын сығыуы тураһында хәбәр булды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, айырым һаҡланған биләмәнән 7-10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан урманда ут сыҡҡан.  Уның майҙаны 140 гектар самаһы. Парктан иһә янғын тураһында хәбәр булмаған. Урман Белорет районының Тирлән урмансылығына ҡарай. Ут таралыуы сикләнгән.