Төҙөкләндереү буйынса проекттарға тауыш биреү бер аҙнанан тамамлана

Ул “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһы буйынса  апрелдә старт алды. Проектта республиканың 66 муниципаль берәмеге ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, халыҡ яңыртыласаҡ объекттар өсөн тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтмәй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 14 йәше тулған һәр кем тауыш бирә ала. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша хакимиәт сайттарында, шулай уҡ 2.gorodsreda.ru сайтында фекер белдерергә була.