Башҡортостанда «Ирәмәл» тәбиғәт паркы яна

Белорет һәм Учалы райондары сигендә сыҡҡан урман янғынын ваҡиға шаһиттары видеоға төшөргән. Яҙма авторы әйтеүенсә, утҡа ҡаршы ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр көрәшә. Янғын хәүефе осорона бәйле, тәбиғәт паркы туристар өсөн 4 июнгә тиклем ябылған.

Ә баш ҡаланың Серебряный ручей менән Романовка ауылдары араһында үлән яна. Яҡында ғына торлаҡ йорттар. Урында йәшәүселәр баҡсасылар ширҡәте яғынан ерҙе һөрөп сыҡҡан. Ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр эшләй. Ҡотҡарыусылар бөгөн күнекмәләргә тип сығыуға ҡармаҫтан, уларға ысын хәүеф менән көрәшәргә тура килә. Хәлде ел иҫеүе лә ҡатмарлаштыра. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Гөлдәриә Йосопова