50 йыллыҡ юбилейы уңайынан 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы республика конкурсын ойошторҙо.
Ярышта Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 24 теш табибы, ортодонт һәм теш техниктары ҡатнашты. Пандемия арҡаһында сикләүҙәргә бәйле, еңеүсе онлайн-режимда асыҡланды. Теш дауалаусы белгестәр үҙ тәжрибәһендәге ҡатмарлы осраҡтарҙы күрһәтеп, балаларға сәләмәт йылмайыу мөмкинлеге биреү тураһында һөйләне.
Иң яҡшы белгестәрҙең эштәре конкурс һөҙөмтәләре буйынса дипломдар, кубоктар һәм бағыусыларҙан махсус бүләктәр менән баһаланды.
Гүзәл Борханова