Йәйге лагерҙар һәм унда ял иткән балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – төп мәсьәлә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы рәйеслегендә республиканың оператив штабы ултырышы үтте. Радий Хәбиров йәйге лагерҙарҙы тәүлек әйләнәһенә һаҡлауҙы ойоштороу, контроль үткәреү пункттарын булдырыу, иҫкәртеү сигнализациялары менән йыһазландырыу бурысын ҡуйҙы.

Быйыл йәй 2390 йәйге лагерь асыла, уларҙы 320 мең бала ял итер тип көтөлә.