Илеш районында иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Иҫке йорттан яңыһына. Республиканың алты муниципалитетында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаның икенсе этабы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы ярты меңгә яҡын кеше тиҙҙән фатир туйлаясаҡ. Илеш районында ла адреслы программа буйынса ике йортҡа нигеҙ һалынған. Йәшәү шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған ғаиләләр менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.

Түбәләге һары эҙҙәрҙе ағартып та бөтөрөп булмай. Ғилемхановтар ғаиләһе фатирҙарында косметик ремонт яһап, уға нисек тә булһа йәм бирергә тырыша. Тәҙрәләрҙе яңыртыу идеяһынан ғына баш тартҡан. Сөнки уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында нигеҙ һалынған күп фатирлы йорт авария хәлендә. Баҫҡыс майҙансығындағы күренеш һөйөндөрмәй - стеналағы буяҙар ҡупҡан, ағас иҙән эшлектән сыҡҡан, электр сымдарын да яңыртырға ваҡыт.

Үрге Йәркәй ауылында алты торлаҡ авария хәлендә, 80-ән ашыу ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Уларҙың 32-һе йыл аҙағында яңы фатир туйлаясаҡ. Программа буйынса әле район үҙәгендә өс ҡатлы ике йорт төҙөлә.

Октябрҙең 50 йыллығы урамында күтәрелгән торлаҡта Ғилемхановтар ғаиләһенә лә квадрат метрҙар бүленгән. Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре графиктан ҡалышмай эшләй, төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә. Ике аҙна элек йорттоң ҡыйығы ябыла башлаған. Ағас эше оҫталары ҡоролма ныҡ буласаҡ тип билдәләй.

Төҙөлөш объектында фатирҙар бүлмәләргә бүленә, штукатур-маляр, эске биҙәкләү эштәре бара. Шулай уҡ бина тыштан да йылытыла. Әйткәндәй, йорт граждандар өсөн уңайлы урында күтәрелгән, яҡында ғына поликлиника, мәғариф учреждениелары урынлашҡан.

Илеш районы үҙгәндә былтыр ҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса республика программаһына ярашлы өс ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. 38 ғаилә фатир асҡыстары алып һөйөнгән. Миңниса Бәҙретдинова ла бәхетле исемлеккә эләккән. 82 йәшлек ханым хәҙер иркен аш-һыу бүлмәһендә ҡунаҡтар ҡаршылай. Иҫкеһе менән сағыштырғанда, яңы фатирҙың күпкә иркенерәк, яҡты булыуын билдәләй.

Илеш районында киләһе йылда ла авария хәлендәге торлаҡта йәшәүсе граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта етем балаларға ла иғтибар бүленә. Быйыл уларҙың дүртәүһенә фатир асҡыстарын тапшырыу ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина