Башҡортостандан 12 ҡала һәм ауыл федераль конкурста ҡатнашып 100 миллион һум алыуға дәғүә итә

Ағиҙел, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Күмертау, Межгорье, Яңауыл, Мәләүез, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Кушнаренко һәм Ишембай районынан Верхотор ауылы Бөтә Рәсәй конкурсына заявка биргән. Еңеүселәргә тарихи биләмә йәки парктарҙы төҙөкләндереү өсөн 100 миллион һумғаса грант бирелә. Беҙҙең республика федераль конкурста 2019 йылдан ҡатнаша. Ике йылда 16 ҡала һәм ауыл еңеүсе булды.