Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк аҡса йыйылған. Һалым йыйыу һәм федераль бюджеттан субсидия юллау артҡан. Тупланма ҡаҙна сығымы яҡынса 81 миллиард һум булған. Аҡса башлыса социаль өлкәгә тотонола.