Синоптиктар хәбәр итеүенсә, кисә Өфөлә Дим станцияһында 35 градус эҫе булған. 69 йыл элек, 1952 йылда ошондай уҡ юғары һауа температураһы теркәлгән. Республиканың көнбайышында унан да эҫерәк. Раевка метеостанцияһында +36,3 градус булған. Табиптар бындай көндәрҙә иғтибарлы булырға, ҡояш аҫтында үткәргән ваҡытты мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға, ҡояшта булғанда баш кейемендә йөрөргә саҡыра. Эҫе тейгән осраҡта кешегә кисекмәҫтән тәүге ярҙам күрһәтеү мөһим, ти медицина фәндәре докторы, табип Тәлғәт Зөлкәрнәев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЭҫе тороу һәм ҡоролоҡ сәбәпле республика урмандарында ут сығыу ихтималлығы ҙур. 29 районда янғын хәүефе иң юғары – 5-се класс менән баһалана.