Күмертау йылдам үҫеш биләмәһендә яңы резидент

“Башҡортостан криоген технологиялары” ойошмаһы дауалау операцияларында һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратарына ҡулланыла торған газ етештереүгә 600 миллион һум бүлә. Иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова әйтеүенсә, предприятиела 50 яңы эш урыны булдырыла. Проектты 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырыу планлаштырыла.