Хоккей легендаһы менән хушлашыу Өфөләге спорт һарайында үтте. Николай Заварухин Өфө клубы өсөн 1968-1979 йылдарҙа сығыш яһаны, команда составында 186 шайба индерҙе. Карьераһын тренер вазифаһында дауам итте. Спортсының ғүмере 77 йәшендә өҙөлдө. Ул баш ҡаланың көньяҡ зыяратында ерләнә.