Сағыштырыу өсөн 2018 йылда республика рейтингта 38 баҫҡысты биләгән. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә уҙған Рәсәй нефть-газ сәнәғәтселәре форумында белдерҙе. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, ҡатмарлы пандемия шарттарына һәм санкцияларға ҡарамаҫтан республиканың сәнәғәт тармағы етештереү ҡеүәттәрен һаҡлап ҡалған.
Йылдың тәүге 4 айы һөҙөмтәләре буйынса күрһәткес 102, 6 процентҡа еткән. Киләсәккә маҡсаттар ҙа ҙур, Өфөлә уҙған форум шуға асыҡ миҫал. Сәнғәтселәрҙең яңылыҡтары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.
Эш башларға рөхсәт. Тимәк, республика сауҙа кәштәләрендә тиҙҙән Зифа, Эколь һәм кескәйҙәр өсөн Тобби кидс кер йыуыу порошоктары барлыҡҡа киләсәк тигән һүҙ. Сит ил брендтары менән конкурентлыҡты күтәрә алмай ябылған цехтар яңынан сафҡа ебәрелә.
«Сода» етештереү берекмәһендә кер йыуыу порошоктары 1984 йылда сығарыла башлай, әммә 2000 йылдар башында линиялар туҡтай. Әммә Радий Хәбиров былтыр предприяте эшмкәрлеге менән танышҡандан һуң етештереү ҡеүәттәрен тергеҙеү бурысын ҡуя. Артабан проект инвестиция сәғәтендә тикшерелә. Һалынған аҡса күләме 300 миллион һумға яҡын, яңы 125 эш урыны асылған.
Форум сиктәрендә «Башҡортостан Сода компания»һын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек килешеүенә лә ҡул ҡуйылды. Рәсәй кимәлендәге күләмле сарала сәнәғәттең башҡа тармаҡтарына ла етди иғтибар бирелә. Мәҫәлән, «Башнефть» компанияһы ғалимдар менән уҡытыу комплексы әҙерләгән. Виртуаль технологиялар ярҙамында ҡатмарлы агрегаттарҙы өйрәнергә була, был эш барышында хаталар яһауға юл ҡуймаясаҡ. Газ сәнәғәтен үҫтереү буйынса экспозициялар ҙа байтаҡ.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, форум сиктәрендә ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы «Газпромнефтехим Салауат» предприятиеһы йыл һайын 28 миллиард кубометр газ эшкәртә башлай. Бынан тыш сарала йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Был йәһәттән ташламалар индерелеүе лә ҡулланыусыларға яңы мөмкинлектәр аса. Сығымдарҙың 60-тан 80 процентҡа тиклеме субсидиялар иҫәбенә ҡаплана.
Өфөләге форум һәм күргәҙмә 28 майға тиклем дауам итә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын компания ҡатнаша. Ҡеүәтле, билдәле предприятиелар, һәр береһенең бүлешерлек эш тәжрибәһе, асыштары бар.
Рәсәй нефть газ сәнәғәтселәре форумы 29-сы тапҡыр ойошторола. Әммә йылдар үтеү менән был сара актуаллеген юғалтҡан һәм иҫәп өсөн геән ойошторола тип әйтеп булмай. Күргәҙмә ошо тармаҡтағы иң алдынғы ҡаҙаныштар, юғары технологиялар менән танышыу, пленар ултырыш, түңәрәк өҫтәлдәр фекер алышыу эшлекле һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр төҙөү майҙаны булып ҡала.
Рәмзиә Кәримова