Эҫелә асфальт иреүе сәбәпле, һауа температураһы 32 градустан артҡан осраҡта Өфөлә ауыр транспортҡа баш ҡалаға инеү тыйыла. Әммә төндә хәрәкәт итергә мөмкин. Сикләү 31 августҡа тиклем ғәмәлдә.
Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, асфальт ҡыҙынған осраҡта, юл япмаһы боҙола. Әле коммуналь хеҙмәткәрҙәр, юлдарға һыу һибеп һыуытыу сараһын күрә.