Башҡортостанда йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә «Башҡорт аты» фестивале уҙғарыласаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был туралағы Указға бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Фестивалде уҙғарыу урыны итеп Баймаҡ районы билдәләнгән. Был тәҡдим менән алдараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһағайны.

Фестивалдең маҡсаты республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ йолалары һәм халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Гөлдәриә Йосопова