Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу кимәле 6 метрҙан ашыу күтәрелгән. Боҙ тығындарынан баҫҡыстар буйындағы парапеттар емерелә. Ҡоролма тимер-бетон монолитынан һәм декоратив плитәләрҙән тора.
Уларҙы төҙөкләндеү әле үк башланған. Эштәрҙе подрядсы ойошма гарантия йөкләмәһе шарттары буйынса башҡара. Ағиҙел буйының емерелгән өлөшө май аҙағына тиклем тәртипкә килтереләсәк.
Әлфинә Килдейәрова