Башҡортостанда машина төҙөү өлкәһенә кадрҙар әҙерләнәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн «Торатау» Конгресс-холында үткән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта килешелде. Машина төҙөү комплексы предприятиелары төбәк мәғариф учреждениелары менән берлектә эш алып барасаҡ.

Өлкә министрлыҡтары һәм ведомстволар, машиналар төҙөү предприятиелары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре ошо йәһәттәге һорауҙарҙы ҡараны. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы менән «НЕФАЗ», «Туймазы автобетоновоз»ы, Татарстандың «КАМАЗ»ы араһында хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды.

Рәмилә Исмәғилева