Башҡортостанда 1302 сығарылыш синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙан баш тартҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Улар юғары уҡыу йорттарына барырға теләк белдермәй. Урта дөйөм белем тураһындағы аттестатты алыу өсөн ике фәндән – математика менән рус теленән генә һынау тота. Бөгөн һуңғыһы буйынса дәүләт сығарылыш имтиханы уҙғарылды.

Өфөнөң Октябрь районы белем усаҡтарынан 27 бала Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында ойошторолған имтихан пунктына йыйылды. Берҙәм дәүләт имтихандарындағы кеүек үк бында ла талаптар ҡәтғи, балалар металл тикшереү ҡоролмаһы аша үтте.

Мәғариф учреждениеһында санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары ла күрелде. Контроль-тикшереү материалдарына килгәндә, уҡыусылар ике сәғәт ярым эсендә 24 һорауға яуап бирергә тейеш.

Гөлназ Хәйбуллина