Буласаҡ филологтар өсөн тәүге һабантуй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары өсөн милли байрам ойошторолдо. Сара «Беҙ үҙебеҙ, башҡорттар!» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә үткәрелде. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Көршәк һуғыу, арҡан тартышыу, көрәш һәм башҡа милли уйындар. Еңеүсегә һарыҡ та әҙерләнгән. Шишмә районындағы «Сәлихов» үҙәге бер көнгә һабантуй майҙанына әйләнде. Уны ойоштороусы һәм ҡатнашыусылар – буласаҡ тел белгестәре, уҡытыусылар һәм БДПУ-ның беренсел профсоюз ойошмаһы.

Халыҡ-ара филологтар көнө уңайынан ойошторолған һабантуйҙың төп максаты - буласаҡ уҡытыусыларҙы милли уйындар үткәреү тәртибе менән таныштырыу. Сара «Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар!» проекты сиктәрендә ойошторола. Халыҡ-ара интернет платформаһы былтыр Башҡортостан Башлығы грантын отҡайны.

Йола буйынса һабантуй спорт ярыштарынан һәм күңел асыу өлөштәренән торҙо. Сара барышында билдәле сәсәниә Розалиә Солтангәрәева милли уйындарҙы дөрөҫ үткәреү шарттары менән таныштырҙы. Уларҙың тарихы һәм байрам йолалары хаҡында һөйләне. Был белемдәрҙе буласаҡ педагогтар киләсәктә ҡулланыр, тигән өмәттә сәсәниә.

Һабантуй - иң яратҡан һәм киң таралған сараларҙың береһе. Уны университет сиктәрендә ойштороу яҡшы йолаға әйләнер тип ышана факультет уҡытыусылары. Байрамды үткәреү шарттары менән «беҙ тире башҡорттар нөктә ру» сайтында танышырға мөмкин. Унда проект етәкселәре үткәрелгән саралар хаҡында яҙа һәм видеояҙмалар беркетә.

Әлфинә Килдейәрова