Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарында популяр фәндәр аталды

Сығарылыш уҡыусылары профилле математика, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология һәм информатиканы күберәк һайлаған. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 18 меңгә яҡын кеше Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра. Юғары уҡыу йортона бармағандарға рус теле һәм математиканан Дәүләт сығарылыш имтиханын ғына тапшырырға кәрәк. Ундайҙар һаны быйыл 1 мең 300 булған. Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоро 31 майҙа башлана.