Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында шул турала белдерҙе. Сәнәғәт ештереү индексы 102,6 процент булған. Нефть табыу һәм эшкәртеү ҙә көрсөктән сығып килә. Айырым тармаҡтарҙа күрһәткестәр айырыуса яҡшы. Мәҫәлән, транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү, ағас эшкәртеү, металлургия, кейем тегеүҙә етди үҫеш булған.