Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле эпидемиологик хәл тотороҡло иҫәпләнә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта шул турала әйтелде. Пандемия башланғандан алып 37 мең 664 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. “Һуңғы аҙнала сирлеләр һаны кәмеүе күҙәтелә. Әммә тынысланырға иртәрәк. Сир таралыуҙы туҡтатыу өсөн вакцина эшләтергә кәрәк”, - ти Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанға 386 меңдән ашыу доза вакцина килтерелде. Бөгөнгә 256 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентын да эшләткән. Республикала прививка өсөн өс төрлө препарат бар. Быға тиклем “Спутник V” һәм “ЭпиВакКорона” ҡулланылһа, ошо көндәрҙә “КовиВак” вакцинаһы ҡайтарылды. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт