Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай ошо турала закон проекты индерҙе. Ул 27 майҙа пленар ултырышта ҡарала. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, былтыр квитанцияларҙа түләү суммаһының юғары булыуына бәйле халыҡтан 6 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Хеҙмәтен намыҫлы үтәмәгән ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыусы операторҙар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Закон ҡабул ителһә, Дәүләт коммуналь-торлаҡ күҙәтеү хеҙмәтенең тикшереүҙәр үткәреү һәм штраф һалыу мөмкинлеге була.