Ҡырмыҫҡалы районында юлдар яңы технологиялар ҡулланып һалына

Булгаков- Боҙаяҙ юлында ремонт башланды.  Эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.  5 километр юл өлөшө һалҡын ресайклинг ысулы буйынса нығытыла. Махсус техника иҫке асфаль ҡатламын бысып ала һәм яңыһын түшәй. Һуңынан  унда юл билдәләре һыҙыла.