Шишмә районы Шишмә ҡасабаһының Ҡояшлы урамындағы бер ҡатлы торлаҡ йортта сыҡҡан янғында 8 айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлдө. Һәләкәтле осраҡ бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-селә теркәлгән.
Янғын һүндереүгә 12 хеҙмәткәр һәм 5 берәмек техника йәлеп ителә. Ут ялҡыны тиҙ арала ҡамап алына, әммә янғын һүндереүселәр йорт эсенә ингәндә 8 айлыҡ ҡыҙҙы ҡотҡарырға һуң була. Фажиғә мәлендә ҡыҙҙың әсәһе 3 йәшлек балаһы менән урамда йөрөгән булған, ҡатын баланы сығарырға тырышып ҡараһа ла, ут эсенә үтеп инә алмай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса янғындың ҡыҫҡа ялғаныштан йорт тупһаһынан сығыуы ихтимал.
Гөлдәриә Йосопова