Юлдарҙы ремонтлауға Стәрлетамаҡҡа 170 миллион һум аҡса йүнәлтелгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Матди сығымдар федераль һәм муниципаль бюджеттан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә бүленгән.

Төҙөкләндереү эштәре Гоголь, Суханов, Тыныслыҡ, Хоҙайбирҙин һәм Ҡара диңгеҙ урамдарында башҡарыла. Комиссия тап ошо урамдарҙа юл ҡатламы күберәк емерелеүен асыҡланған. Шулай уҡ яңы юл билдәләре һәм төп сигналды ҡабатлаған диодлы светофорҙар ҡуйылған. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, ремонт 30 июлгә тамамланыр тип күҙаллана

Бордюр таштары демонтажлана һәм алмаштырыла. Ә асфальт-бетон ҡатламының боҙолған өлөштәр, тигеҙлән һалынған ҡатламдар, өҫкө ҡатлам яапмаһы фрезеровкалана. Шулай уҡ өлөшләтә тротуарҙарҙы ремонтлау һәм йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙә тактиль плиткәләр түшәлә.

Илдар Усманов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнештәр бүлеге етәксеһе

Гүзәл Борханова