Бөрөлә «Бәләкәй фольклориада» художестволы үҙешмәкәрлек фестивале гөрләне

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡала мәҙәниәт йортона республикала социаль ярҙам алыусылар көс һынашырға йыйылды. Төрлө интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр ижади һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Сәхнәгә сығыр алдынан бейеү хәрәкәттәре шымартыла. Төрлө байрамдарҙа даими ҡатнашып торған Яңауыл интернаты коллективы репертуарына яңы халыҡ-ара кимәлдәге номер өҫтәлгән. Гренландияның үҙендә булмаһалар ҙа, конкурсанттар «Бәләкәй фольклориада» фестивалендә утрау вәкилдәре булып сығыш яһай. Улар һыуыҡ төньяҡ тәбиғәтендә йәшәүселәрҙең фольклорын өйрәнеп, «Төньяҡ балҡышы» номерын әҙерләгән.

Художестволы үҙешмәкәрлек фестивале был юлы «Бәләкәй фольклориада» исеме аҫтында үтте. Байрам Башҡортостандың төрлө райондарынан ижади кешеләрҙе йыйҙы. Бында республиканың 21 социаль хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмаларҙа тәрбиәләнеүселәр сығыш яһай. Сараның төп маҡсаты - донъя фольклорын өйрәнеү, традицион мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү. Һәр ойошма төрлө халыҡтарҙың фольклоры менән таныштырҙы.

Занзибар, Германия, Греция... Фестивалдең географияһы киң. Был йәйгеһен Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек, тип билдәләй ойоштороусылар.

Байрамды ҡул эштәре күргәҙмәһе лә биҙәне. Интернатта тәрбиәләнеүселәр донъя илдәренең мәҙәниәтен күрһәтеүсе атрибуттарҙы эшләгән. «Бәләкәй фольклориада» фестивалендә Октябрьский ҡалаһы йорт-интернаты еңеү яуланы.

Әлфинә Килдейәрова