Мәғлүм булыуынса, республиканың бер нисә райондарында был төр ҡоротҡостарының киң таралыуы сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгәйне. Исемлектә Баймаҡ районы ла бар.
Район урмандарында ебәк күбәләге ҡарышлауыҡтары уҙған йылда үк теркәлде. Йәшел ҡалҡанды һаҡлап ҡалыу өсөн урында ағыулау эше башланды. Был маҡсатта республикаға Волгоград өлкәһенән Регионавиа компанияһының дүрт АН-2 самолеты осоп килде. Әле уларҙың өсәүһе Баймаҡ, береһе Йылайыр районында зарарланған урмандарға биологик препараттар һиптерә. Ағыулау навигация системаһы ярҙамында башҡарыла.
Баймаҡ районында Юлыҡ, Икенсе Этҡол һәм Крепостной Йылайыр зоналары хәүеф аҫтында. Бынан тыш, тағы ла ҙур булмаған биләмәләр ебәк күбәләге һөжүменә дусар булған. Тиҙҙән тағы ла бер төркөм белгестәрҙең килеүе көтөлә. Улар урмандарҙы химик препараттар менән эшкәртәсәк.
Баймаҡ районында эшкәртеү эше ун көнгә күҙалланған. Әммә зыян күргән урман майҙаны көндән көн арта бара. Бының сәбәбе-көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуо. Ошондай һауа шарттары ҡоротҡостарға тиҙ арала үрсеүгә булышлыҡ итә.
Әлфиә Хәмитова