Мәскәүҙә «Ҡомартҡы» төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте конкурс-фестиваленең Гала-концерты уҙҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы гранты иҫәбенә ойошторолған конкурста халыҡ бейеүҙәре, йырҙары, кәсептәре, милли уйын ҡоралдарында көйҙәр башҡарыу һәм башҡа номинациялар ҡаралған.

Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар илдең баш ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург, Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостандан. Сара сиктәрендә ауыҙ-тел ижады, милли биҙәүестәр яһау, ҡурайҙа уйнау, бәйләм бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Рәмилә Исмәғилева