“Өфө” футбол клубына ике яңы уйынсы килә

Спорт агентлыҡтары яҙыуынса, Эрвинг Ботака һәм Руслан Фищенко менән килешеү төҙөлгән. Уйынсылар Мәскәүҙә медицина тикшереүе үткән һәм команда менән күнекмәләргә ҡушылған. Быға тиклем футболсылар “Велес” клубында сығыш яһаны. “Өфө” футбол командаһының яңы баш тренеры Алексей Стукалов үҙе лә Мәскәү клубынан килде.