Республикала үлемесле янғын теркәлде

Республикала үлемесле янғын теркәлде. Әлшәй районы Ғәйнә-Ямаҡ ауылында ағас йорт янған. Уны һүндереүгә ауыл советының янғын һүндереү ирекмән отряды йәлеп ителгән. Йортта ике кеше булған. Ҡатын-ҡыҙ төтөн тураһында иҫкәртеү ҡорамалы тауышын ишетеп уянған,  күршеһе тәҙрәне ватып уны алып сыҡҡан. Утты һүндергән ваҡытында күрше бүлмәлә ир-егет кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәптәре асыҡлана, урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй.