12 июндән “Өфө-Күмертау-Өфө” маршруты буйынса өҫтәмә электричка йөрөй башлай

“Орлан” юлға сыға. 2021 йылдың апреленән Күмертауҙан баш ҡалаға һәм кире йүнәлештә йөрөгән поезд ҙур ихтыяжға лайыҡ, шуға ҡала яны пассажирҙар компанияһы яңы маршрут индереү ҡарарына килгән. Ике ай эсендә “Орлан” поезы иң популяр маршрутҡа әүерелгән. Уның менән 6 меңдән ашыу пассажир файҙаланған.