Унда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт мәсьәләһе ҡаралды. Кәңәшмәне Рәсәй президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров алып барҙы. Уның әйтеүенсә, 2014 йылдан алып округта 45 меңдән ашыу йорт төҙөкләндерелгән, 6 миллион ярым кешенең торлаҡ шарттары яҡшырған. Илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин төбәктәрҙә капиталь ремонт системаһында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә тип белдерҙе. Тикшереүҙәр ойоштороу һәм йәмәғәт фекерен иҫәпкә алыу был йүнәлеште камиллаштырыуға булышлыҡ итә, тине ведомство башлығы. 2021 йылда Башҡортостанда 800 самаһы күп фатирлы йортта һәм 300-ҙән ашыу ихатала капиталь ремонт башҡарыла.