Йәш һөнәрмәндәр милли чемпионаты һөҙөмтәһе булараҡ, 2021 йылда Башҡортостанда 100-ҙән ашыу оҫтахана барлыҡҡа килә. Улар барыһы ла юғары һөнәр һәм иҡтисад талаптарына яуап бирә. Һатып алынған йыһаздар республика уҡытыу учреждениелары араһында бүленеп бирелә. Уға ярашлы, матди-техник база 70 процентҡа яңыртыла. Әле республикала “Мәғариф” милли проектының федераль грантына 67, республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 30 оҫтахана эшләп килә. Йәш һөнәрмәндәр милли чемпионатынан һуң уларҙың иҫәбен 200-гә еткереү планлаштырыла. Чемпионат финалы Өфөлә июлдең 21-нән 25-нә тиклем ойошторола.