Быйыл Башҡортостанда 11 яңы мәктәп төҙөп бөтөрөү планлаштырыла

Уҡыусылар өсөн 7 мең 464 урын булдырыла. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте. Коронавирус арҡаһында иҡтисади ауырлыҡтар бар, ҡайһы бер объекттарҙа эштәр һуҙылды, әммә мәктәптәр төҙөлөшөн туҡтатманыҡ. Был эште артабан дауам итәбеҙ, тип яҙа Радий Хәбиров.