Нефтекама федераль кимәлдә еңеү яуланы

Ҡала "Бизнес-Уңыш" милли премияһының "Эшҡыуарҙарға ярҙам һәм инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса иң яҡшы муниципаль тәжрибә" номинацияһында еңеүсе тип танылды. 2019 йылда Нефтекамала йылдам иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылды. Әле уның 11 резиденты бар, 1 меңдән ашыу эш урыны асылған.