Улар административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексҡа ҡағыла. Һүҙ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе дөрөҫ иҫәпләмәгән өсөн яуаплылыҡ хаҡында бара. Депуттар фекеренсә, был хата өсөн идарасы компанияларға штраф һалынырға тейеш. Бынан тыш балаларға ҡабыҙғыс һатҡан өсөн штраф индереү ҡаралған. Парламент ултырышында башҡа ҡануни проекттар хаҡында ла һүҙ барҙы улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы ғәҙәттәгесә министрлыҡ-ведомстволарҙың отчет сығышын тыңлауҙан башлана. Был юлы депуттар алдында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе сығыш яһай. Илнур Мәхмүтов билдәләүенсә, республикала былтыр коллекторҙарға зарланыусылар кәмегән. Уның ҡарауы микрофинанс ойошмаларына ялыуҙар арта.
Парламент ултырышында 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды. Депутаттар Дәүләт Думаһына ике ҡануни башланғыс менән сығырға ниәтләй, йәғни торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты дөрөҫ иҫәпләмәгән өсөн идарасы компаниялар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Төбәктәргә генә ҡағылған ҡануни документтар ҙа бар. Мәҫәлән, урындағы үҙидара буйынса, ауыл старосталары инциатитва проекты, йәки халыҡты борсоған проблемалар менән сығыш яһау хоҡуғы ала.
Йәмәғтселектең вәкәләттәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән тағы ла бер яңылыҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәйле. Киләсәктә Экология кодексына үҙгәрештәр индереү күҙаллана, уға ярашлы һулаған һауа, эскән һыу сифаты хаҡында мәғлүмәттәр асыҡ булырға тейеш.
Һайлауҙар тураһындағы закон проектын да үҙәгрештәр көтә. Уға ярашлы тауыш биреүҙе бер нисә көн рәттән уҙғарыу ҡаралған, әммә өс көндән күберәк түгел. Шулай уҡ һайлауҙарҙа эшләгән күҙәтеүселәргә талаптар һәм сәйәси компанияны агитациялау шарттары билдәләнә.
Рәмзиә Кәримова