Бөгөн көндөҙ Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында сыҡҡан янғын ике кешенең ғүмерен өҙҙө

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут Мәктәп урамындағы өйҙәрҙең береһендә тоҡана. Ҡотҡарыусылар янғынды ярты сәғәт эсендә һүндерә. Тикшереүҙәр барышында әсәле-уллы ике кешенең кәүҙәһе табыла.

Тәне бешкән йорт хужаһы район үҙәк дауаханаһына оҙатылған. Әле белгәстәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.