Ил һәм донъя кимәлендә танылған йырсылар тәрбиәләгән шәхесте оло юбилейы менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне.
Республиканың вокал мәктәбе киң танылыу алған, уны һәр ерҙә лә хөрмәт итәлә. Бында инде һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уның әйтеүенсә, һеҙ бөгөн бик күп уҡыусыларығыҙҙан ҡотлауҙар ҡабул итәһегеҙҙер, улар араһында донья күләмендәге йондоҙҙар ҙа бар.
Әлбиттә, үҙебеҙҙең башҡараусылар, бай традициялар менән ғорурланабыҙ, республика мәҙәниәтен артабан да үҫтерергә теләйбеҙ, тине Башҡортостан башлығы. Төбәк башлығы юбилярға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхет теләне.