Дүрт йәшлек малайҙың өҫтөнә штукатурка ишелгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Күңелһеҙ хәл Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан 48-се балалар баҡсаһында теркәлгән. Бәхеткә сабыйға ҙур зыян килмәгән. Әммә ата-әсәләр тыныслығын юғалтҡан. 2014 йылда ғына сафҡа ингән бинаның икенсегә түбәһенән штукатуркаһы ҡуба тип зарлана улар. Балалар баҡсаһын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барып күрҙе.

Дүрт йәшлек Лев Катымановтың йоҡо сәғәтен түбәнән ҡубып төшкән штукатурка өҙә. Уң яҡ ҡолағы, яңағы имгәнә, тәне һыҙырыла. Табиптар ҡарап сыҡҡандан һуң малайҙың сәләмәтлегенә етди зыян килмәгән тигән һығымта яһай. Шулай ҙа даими күҙәтелеп торорға кәңәш итә.

Табиптар ҡарап сыҡты. Бәхеткә мейеһе һелкенмәгән. Ҡолағын да ҡараттыҡ, кимерсәктәре зыян күрмәгән. Стамотологҡа барып яңағын тикшертергә ҡалды.

Регина Катыманова, Лев Катымановтың әсәһе

Ата-әсәләр әйтеүенсә, балалар баҡсаһы сағыштырмаса яңы. Сафҡа ул 2014 йылда ғына индерелгән. Шуға ла бинаның түбәһенән штукатуркаһы кәм тигәндә сәйер күренеш тигән фекерҙә улар. Өҫтәүенә, балалар баҡсаһында күңелһеҙ ваҡиғалар быға тиклем дә теркәлгән.

Балалар баҡсаһының түбәһе быға тиклем дә ҡубып төштө. Балалар йоҡлаған бүлмәлә түгел әлбиттә. Миңә мәғлүм булыуынса, ике йыл элек йыйылыштар залында ошондай уҡ хәл булды. Шуға ла бинаны ентекләп тикшереп, яҡшылап ремонт үткәреүҙәрен һорайбыҙ. Өҫтән генә һылап йәбештереп китһәләр, күңелһеҙ хәл тағы ҡабатланыуы ихтимал.

Юлия Дягтерева, 48-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсенең әсәһе

Балалар баҡсаһындағы етешһеҙлекте бөтөрөү буйынса эш башланған. Эксперт төркөмө ойошторолған.

Районда эксперт төркөмө ойошторолдо. Әле төҙөлөш материалдары һатып алына. Мотлаҡ сертификатланғандарын ғына аласаҡбыҙ. Ремонт сифатлы итеп башҡарыласаҡ.

Ирина Малая, 48-се балалар баҡсаһы мөдире

Түбә ишелеүен күреп, күңеле кителгән балалар менән психологтар эшләй. Төҙөлөшө ойошмаһының етешһеҙлектәренә ҡарата кескәскәйҙәрҙең бай фантазияһы ата-әсәләрҙе башҡаса хафаға һалмаясаҡ, тип ышандыра балалар баҡсаһы етәкселеге.

Рафиҡ Әхмәтшин