Яңы асфальт ярарлыҡмы, юҡмы?..

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әллә сифатһыҙ һалынғанға тиҙ генә эшлектән сығамы. Әлбиттә ремонтланған юлда тиҙ арала колеялар барлыҡҡа килеүе, эҫе көндә тәгәрмәстәргә йәбешеүе кеүек күренештәр күҙәтелә.

Уларҙан һаҡланыр өсөн юл төҙөлөшө лабораторияһы асфальтты түшәгән саҡта уҡ уның сифатын тикшереп ҡарай. Бөгөн анализ Алексеевка шоссеһынан алынды. Рейдта БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Бер ике минут эсендә яңы асфальттан кәрәкле өлөштәр быраулап алынды. Уларҙың урынында ике соҡор тороп ҡалды. Ә лаборатор анализ тап юлда шул соҡорҙар булмаһын өсөн эшләнә.

Юл һалғансы ла асфальт ҡатнашмаһы беҙҙең лабораторияла тикшереү үтә. Уға тығыҙлығы һәм башҡа параметрҙары буйынса анализ яһала.

Ольга Сергейчук, Өфө юл төҙөлөшө лабораторияһы етәксеһе

Алексеевка шоссеһында дүрт саҡырым тирәһе юл ремонтлана. Эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты буйынса алып барыла. Ремонт өсөн 46 миллион һум бүленгән.

План буйынса ремонт сентябрҙә тамамланырға тейеш. Һауа торошо яҡшы булһа беҙ июндә үк эште йомғаҡлайбыҙ.

Виктор Беляков, подрядсы ойошма етәксеһе урынбаҫары

Тикшереү өсөн бер саҡырым арауыҡта мотлаҡ ике проба алына. Артабан уларҙы юл төҙөлөшө лабоаторияһына алып баралар.

Пробалар бысып алына һәм артабан һыуға төшөрөлә, шунан киптерелә – был асфальт эсендә һауа ҡыуышлығы ҡалғанмы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн эшләнә.

Анализ бер көн эсендә әҙерләнә. Нормативтарға тап килмәгән осраҡта подрядсы ойошмаға асфальтты яңынан түшәргә тура килә. Мәҫәлән, былтырғы 366 объекттың 41-ен юлсыларға киренән һалырға тура Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө пробаларҙа тайпылыштар булмаған.

Алексеевка шоссеһынан тыш Ухтомский, Ветошников Выгонная һәм Эшсе урамдарында юл төҙөкләндерлә.

Лариса Сәләхова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар проекты буйынса әле биш объектта эштәр башланған. Быйыл милли программа ярҙамында баш ҡалала егерме саҡырым юл ремонтлана.

Рәмилә Исмәғилева