Эшҡыуарҙар 2 миллиард 200 миллион һум йәлеп итергә ниәтләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында өс проект менән таныштырҙылар. Дәүләкәндә ит ярым фабрикаттары етештереү заводын үҙгәртеп ҡороу тәҡдим ителде. Бында ғәҙәти аҙыҡ-түлек генә түгел, башҡорт милли ризыҡтарын да сығарыу ҡарала. Мәләүез һөт-консерва комбинатында сифатлы балалар аҙығы етештереү проекты менән таныштырҙылар. Тағы бер проект Өфөлә логистика үҙәге булдырыуға ҡайтып ҡалды. Инвестор аҙыҡ-түлек һаҡлау өсөн ҙур келәттәр асырға ниәтләй. Радий Хәбиров Хөкүмәткә эшҡыуарҙарға проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә ҡушты.