Радий Хәбиров Рәсәй Коммунистик партияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Юрий Афонин менән осрашты

Унда Рәсәй парламентына һайлауҙы ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Республика Башлығы КПРФ менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу мөһимлеген билдәләп, һайлауҙы ғәҙел һәм асыҡ үткәреү кәрәклеген иғтибарға алды. Юрий Афонин хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын белдерҙе һәм республикалағы ыңғай үҙгәрештерҙе юғары баһланы.