Өфөлә тимер юл вокзалы янында бейек йорттар барлыҡҡа килә

Ҡала төҙөлөшө советында архитектура концепцияһы планы тәҡдим ителде. Тимер юл вокзалы эргәһендә 18 һәм 25 ҡатлы торлаҡ йорттар, шулай уҡ балалар баҡсаһы, поликлиника төҙөлә, мәктәп реконструкциялана. Бынан тыш, биләмәне тәртипкә килтереү һәм йәшелләндереү ҡарала.