Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” фиркәһенең алдан тауыш биреү төбәк ситуация үҙәге эшен дауам итә

Ойоштороу комитеты ағазалары, партияның төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәре, юристар һәм IT-белгестәр тауыш биреү барышын күҙәтә һәм штаттан тыш ситуацияны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Ситуация үҙәгендә алдан тауыш биреү кандидаттары һәм һайлаусылар өсөн ҡыҙыу элемтә эшләй.  Телефон һандары (347) 226-78-05.  30 майҙа иртәнге 8-се яртыла ситуация үҙәге һайлау участкаларын асыу һәм тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар, закон боҙоу осраҡтары, участкаларҙы ябыу буйынса мәғлүмәттәрҙе ҡабул итә башлай.