“Өфө”нөң йәштәр футбол командаһы өсөн миҙгел тамам

Һуңғы уйынды баш ҡала клубы Мәскәүҙә “Динамо” менән уҙғарҙы һәм майҙан хужаларынан 3-кә 1 иҫәбенә отолдо. Даими беренселектә ЦСКА чемпион исеменә лайыҡ булды, “Өфө” йәштәре төп команда кеүек дөйөм турнир теҙмәһендә 13-сө урын алды.